Абубакировский сельский
многофункциональный клуб
logo
Әбүбәкер күп функциялы
ауыл клубы
453809, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район с. Абубакирово, ул. З. Валиди, дом 1
e-mail: abubakir.smfk@mail.ru

“Эс әле һин, тәмле сәй”

.

“Эс әле һин, тәмле сәй”

Халыҡта,, Тәмле сәй – яҡты сырай, тигән әйтем бар. Сәйең тәмле булһа, йөҙөн яҡты, тимәк. Ысынлап та беҙҙә сәй – ҡунаҡсыллыҡ билдәһе лә, хужабикәнең оҫталығы күрһәткесе лә.
Бөгөн Халыҡ – ара сәй көнө. Ошо уңай менән ауыл ҡатын – ҡыҙҙары Мәҙәниәт йортона сәй байрамына йыйылды.
Башҡорт сәй эсмәй булмаҫ,
Сәй эсеүҙән һис туймаҫ.
Бүтән эштәр көтөп торһон.
Түргә самауыр ҡунғас.
*-тип самауырлы төрлө ризыҡтан һығылып торған өҫтәл артында матур байрам сараһы үтте.*
Һәр урам бик ихлас әҙерләнгәндәр. Ҡатын – ҡыҙҙар, беҙ яратып эскән сәй тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдылар, төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр. Уйын, көлкө, йыр, бейеүҙәр, ҡыҙыҡлы уйындар менән үрелеп барған сәй байрамы барыһының да күңеленә хуш килде. Ярыш булағас, еңеүсеһе лә була. Иң әүҙем ҡатнашҡан урам булып Гран прины Мәжит Ғафури урамы яуланы. Һәр ҡатнашыусыға бүләктәр тапшырылды. Бөгөнгө сәй байрамының бағымсыһы Бухарбаева Әсмә апайға ҙур рәхмәт ! Уға иҫәнлек һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге теләйбеҙ.