Абубакировский сельский
многофункциональный клуб
logo
Әбүбәкер күп функциялы
ауыл клубы
453809, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район с. Абубакирово, ул. З. Валиди, дом 1
e-mail: abubakir.smfk@mail.ru

“ЙӨРӘК ЙЫЛЫҺЫН БИРӘМ”

Беҙ Айыҡ ауыл конкурсында ҡатнашабыҙ.
“ЙӨРӘК ЙЫЛЫҺЫН БИРӘМ” ,,
Беҙ Әбүбәкир мәҙәниәт йорто
хеҙмәткәре Акъяр ауылы балалар приютында тәрбиәләнеүселәре менән осрашыуҙа булып ҡайттыҡ.
Бала ғаиләлә, атай-әсәй йылыһында һәм наҙында иркәләнеп үҫергә тейеш тә бит. Әммә төрлө сәбәптәр , ата – әсәләрҙең үҙ бурыстарын тейешенсә үтәмәүе, эскелек менән булышыуы арҡаһында сабыйҙар ғаиләһенән ситтә приюттарҙа тәрбиәләнә.
Приютта улар ҡараулы, өҫтәре бөтөн, ашауҙары тәмле булһа ла, бала айырым иғтибарға, иркәләү – наҙға мохтаж шул. Өйҙә бит ул атай – әсәйе тирәһендә уралып йөрөп, барыһында күңеленә һеңдерә, бер һүҙ менән әйткәндә тормош һабағын алып үҫә.
Балалар, һәм тәрбиәселәр беҙҙе ихлас ҡаршы алдылар. Дәртле клоундың килеп инеүе уларға бик күңелле тамаша булды. Балалар менән бергәләшеп ҡағыҙ салфеткаларҙан йәнһүрәт геройын эшләп, оҫталыҡ дәресе үткәрҙек. Уларға оҡшаны, бик ихлас ҡатнаштылар. Сара һуңында балаларға иҫтәлеккә бүләктәр һәм күстәнәс тапшырҙыҡ. Бергәләшеп фотоға төштөк