Абубакировский сельский
многофункциональный клуб
logo
Әбүбәкер күп функциялы
ауыл клубы
453809, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район с. Абубакирово, ул. З. Валиди, дом 1
e-mail: abubakir.smfk@mail.ru

“Сәнғәткә ғашиҡ йәндәр “

2022 йыл Башҡортостан республикаһында Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде.
26 март Әбүбәкер мәҙәниәт йортонда ошо йылға арнап “Сәнғәткә ғашиҡ йәндәр “исемле бик бай ,йөкмәткеле сара үтте.
Был ижади кисәгә оҙаҡ йылдар Әбүбәкер мәҙәниәтендә эшләп ,хаҡлы ялға сыҡҡан , “Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре “тигән маҡтаулы исем йөрөткән Шәрифә Абдулхаҡ ҡыҙы ,Айтуған Рәжәп улы һәм Ильяс Билаловтар саҡырылғайны.
Шәрифә апай үҙенең мәҙәниәттә эшләгән хәтирәләре менән бүлеште.”Бүләк “коллективы башҡарыуында “Һалҡын шишмә “һәм “Золотой ” йырҙары башҡарылды.Айтуған Рәжәп улы күстәнәс итеп үҙенең уҡыусылары менән гармунда бик матур концерт номерҙары башҡарҙылар.Әйтеп үтергә кәрәк, Айтуғандың улы Ильяс та бик оҫта гармунда уйнай .Ул музыка мәктәбендә ете йыл шөғөлләнә.
Был матур кисәгә Шәрифә Абдулхаҡ ҡыҙының ауылдаштары ,туғандары, балалары һәм бергә эшләгән коллегалары йыйылды.
Сара бик матур хәтирәләр, теләктәр, концерт номерҙары менән тамамланды.Ҡунаҡтар ,мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ,
ошо матур сараны ойошторғандары өсөн, оло рәхмәттәрен белдереп күтәренке кәйефтә таралыштылар.