Абубакировский сельский
многофункциональный клуб
logo
Әбүбәкер күп функциялы
ауыл клубы
453809, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район с. Абубакирово, ул. З. Валиди, дом 1
e-mail: abubakir.smfk@mail.ru

” Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә”

Район музейында ” Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә”исемле матур сара үтте.
Ҡомартҡы һандығынан әсәй – өләсәйҙәребеҙҙән ҡалған төрлө сигелгән әйберҙәр:ҡульяулыҡтар, таҫтамалдар, яҫтыҡ тыштары, өҫтәл ябыуҙары, шәлдәр, тәҙрә ҡорғандары ,янсыҡтар, түбәтәйҙәр, яғалар күрһәтелде. Иләс,Яңы Ергән, Степной, Әбүбәкер , Подольск, Бүребай ауылдарынан килгән оҫтабикәләрҙең эштәре менән Минзифа Ибраһим ҡыҙы таныштырғандан һуң, уларҙың үҙҙәренә һүҙ бирелде. Мәктәп уҡыусылары менән бергә йырҙар йырлап, сигеү сигеп ултырҙыҡ.
Был сарала Әбүбәкер ауылы ағинәйе, ырғаҡ менән бәйләү оҫтаһы Зилә Искәндәр ҡыҙы ла үҙенең ҡул эштәре менән күргәҙмәлә ҡатнашты.
Афарин Зилә апай.