Абубакировский сельский
многофункциональный клуб
logo
Әбүбәкер күп функциялы
ауыл клубы
453809, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район с. Абубакирово, ул. З. Валиди, дом 1
e-mail: abubakir.smfk@mail.ru

“Һылыуҡай “

6 Март көнө Әбүбәкер мәҙәниәт йортонда уҡыусы ҡыҙҙар өсөн “Һылыуҡай ” конкурсы булып үтте.
Ҡыҙ кеше -илаһи зат,нурлы гөл дә ,наҙлы ҡояш та ,саф шишмә лә ул.Бөгөнгө һылыуҡайҙар бәйгеһендә беҙҙең береһенән-береһе матур ҡыҙҙарыбыҙ көс һынашты.
Бына ниһайәт, береһенән – береһе сағыу, матур итеп кейенгән һылыуҡайҙарҙы, егеттәр сәхнә туренә оҙатып алып сыҡтылар.Был бәйгелә ҡыҙҙар уҙ – ара : “Визитка “,”Прическа “,”Ижади номер “,”Аш -һыу” ,”Йомаҡтар сисеу “,”Дефиле” кеуек бәйгелә һынау тоттолар.Һылыуҡайҙарҙың һәр бер сығышы тамашасылар тарафынан көслө алҡыштарға күмелеп барҙы.
Беҙҙең һылыуҡайҙарыбыҙ моңло ла ,дәртле лә ,йырға маһир ҙа ,бейеүгә оҫта ла икән үҙҙәре.Көсөргәнешле бәйгелә баһалама ағзалары тарафынан “Тамашасы һөйөүенә ” 5 йәшлек Нурания Билалова лайыҡ булһа,3 – сө урын Мамбетова Илзирә,Абубакирова Индира ,Булатова Илмира, 2-се урын Сынбулатова Айзилә, Бохарбаева Йәмилә һәм Атанова Голсинә,1-се урын Атанова Диана менән Байрамгулова Айһылыу , ә Гран-при Ләйсән Билалова менән Әминә Билаловаға бирелде.
Бәйге һылыуҡайҙарға бик оҡшаны.Сара бергәләшеп сәй эсеү менән тамамланды.
Әлбиттә, беҙҙең ошо матур сараны ойошторорға ярҙам итеүсе бағымсыларыбыҙ Федоровка ауыл советы биләмәһе башлығы Наталья Семеновна Лебедева ,Ультракова Әлфидә Ғәфүр ҡыҙы
һәм Әбүбәкер мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.