Абубакировский сельский
многофункциональный клуб
logo
Әбүбәкер күп функциялы
ауыл клубы
453809, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район с. Абубакирово, ул. З. Валиди, дом 1
e-mail: abubakir.smfk@mail.ru

“Ҡыҙыл итектәр” исемле тамашаһы үтте

Тамаша тип яу һалдылар ҙа, тынлыҡ тип шомланмағыҙ, дуҫтар. Бер аҙ тын алып, ял иткән мәлебеҙ. Алдан ниәтләүебеҙсә, кисә район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Әбүбәкер ауылының “Мираҫ” театр коллективы тарафынан әҙерләнгән “Ҡыҙыл итектәр” исемле тамашаһы үтте, ниһайәт. Оло сәхнәлә зал тултырып килгән тамашасы алдында еңелдән булмағандыр уйнауы беҙҙең һәүәҫкәр артистарға. Шулай ҙа улар юғалып ҡалманы, әҫәрҙең тәрән йөкмәткеһен тамашасы күңеленә еткерә алды. Көслө алҡыштар менән оҙатты беҙҙекеләрҙе Аҡъяр тамашасыһы. Беҙҙең изге ниәтте хуплап, тамашаға килгән, ихлас күңелдән алҡыштарға күмеп дәртләндереп ултырған һәр кемгә бөтә ауылдаштар исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Берҙәмлектә көс икәнлегенә тағы бер тапҡыр инандыҡ, артабан да ошолай дауам итһәк, бергәләшеп тауҙар ҙа аҡтарырбыҙ!

#ФСГОРБ#ГрантыРБ
#ТрезвоеСело2022
#АйыҡАуыл2022
ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ