Абубакировский сельский
многофункциональный клуб
logo
Әбүбәкер күп функциялы
ауыл клубы
453809, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район с. Абубакирово, ул. З. Валиди, дом 1
e-mail: abubakir.smfk@mail.ru

“Аҡ юл һиңә ил һаҡсыһы,,


Йәмле генә Урал буйҙарында,
Ҡымыҙлыҡтан йыуғанда йыуа бар.
Егет кенә саҡта әрмеләрҙә,
Хеҙмәт итеү тигәндә йола бар.

Мәҙәниәт йортонда,, Аҡ юл һиңә ил һаҡсыһы,, исемле шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа булған сара булып үтте. Билалов Надир Нияз улын әрме сафына оҙаттыҡ. Шатлыҡлы тибеҙ сөнки Надир ил алдындағы бурысын үтәргә әҙерләнә. Моңһоу тибеҙ ҡасан ғына әле йүгереп уйнап йөрөгән, шаян шуҡ малайыбыҙ инде егет булыпта киткән. Ә инде егеттәребеҙҙе әрме сафына оҙатҡанда һәр ваҡыт моңһоулыҡ була икэн ул. Булһын әйҙә, тик һалдаттарыбыҙ ғына иҫән – һау хеҙмәт итеп, тыуып үҫкән еренә шатланып, ашҡынып ҡайтһын.
Буласаҡ һалдаттың ата-әсәһе, ҡәртәсәйе, олатай – инәйҙәре, дуҫтары үҙ фатихаларын биреп, үҙ бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтыуын теләнеләр. Ауыл старостаһы Назаров Рамаҙан Насибулла улы хәйерле юл теләп, Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Лебедева Наталья Семеновна исеменән бүләк тапшырҙы.
Түҙемлек бир, Хоҙай һәммәбеҙгә,
Өмөт сатҡылары һүнмәһен.
Һалдат хеҙмәт итеп, кире ҡайтһын,
Һуғыш, михнәт кенә күрмәһен.
тигән шиғыр юлдары менән тамамланды һалдатҡа оҙатыу кисәһе.