Абубакировский сельский
многофункциональный клуб
logo
Әбүбәкер күп функциялы
ауыл клубы
453809, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район с. Абубакирово, ул. З. Валиди, дом 1
e-mail: abubakir.smfk@mail.ru

АҠ ЮЛ ҺИҢӘ ИЛ ҺАҠСЫҺЫ.

АҠ ЮЛ ҺИҢӘ ИЛ ҺАҠСЫҺЫ.
Ауылыбыҙҙаа әрме сафына саҡырылған егеттәребеҙҙе оҙатыу изге йолаға әүерелгән.
Бөгөн дә буласаҡ һалдатыбыҙ Сынбулатов Байрас Илдар улына изге теләктәрен еткереп, аҡ юл теләргә туғандары, ауылдаштары йыйылды. Хеҙмәт итеү һәр ир – егеттең ил алдындағы изге бурысы. Һалдатыбыҙҙың ашар ризығы бөтмәһен, имен- һау әйләнеп ҡайтһын тип икмәк ашатып, аҡ эсемлек һөт эсереп изге теләктәрен еткерҙелэр. Шулай уҡ тыуып үҫкән еребеҙҙең изге тупрағы тапшырылды.
Байрас, атай-әсәйеңдең, туғандарыңдын, ауылдаштарыңдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй матур итеп, иҫән – һау хеҙмәт итеп ҡайтыуыңды теләп ҡалабыҙ. Аҡ юл, һиңә, ил һаҡсыһы!