Абубакировский сельский
многофункциональный клуб
logo
Әбүбәкер күп функциялы
ауыл клубы
453809, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район с. Абубакирово, ул. З. Валиди, дом 1
e-mail: abubakir.smfk@mail.ru

“Милли кейем -милләт ҡото “

Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.
Милли кейем — халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы һаналған. Улар әле лә үҙҙәренең матурлығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора.
Ошо уңайҙан Әбүбәкер мәҙәниәт йортонда Милли кейем көнөнә арналған матур ,сағыу сара булып үтте.Был сараға” Ағинәйҙәр” ойошмаһы ҡатындары менән “Сулпылар” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре саҡырылды.Ағинәйҙәр ,балаларҙы милли башҡорт кейемдәре менән таныштырып ,уларҙың тарихын һөйләп ишеттерҙеләр.Был матур сара милли кейемдәрҙә илһам, күңел күтәренкелеге менән гөрләп үтте. Ағинәйҙәр һәм балаларҙың был сарала бергәләп ҡатнашыуы бик күңелле һәм фәһемле булды.Бөгөнгө саралар милләтебеҙҙең рухи байлығын тағы арттырыр, күңелдәребеҙҙе күтәрер, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенә өмөт уятыр, тигән теләктә ҡалабыҙ.