Абубакировский сельский
многофункциональный клуб
logo
Әбүбәкер күп функциялы
ауыл клубы
453809, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район с. Абубакирово, ул. З. Валиди, дом 1
e-mail: abubakir.smfk@mail.ru

“Серле биҙәк -ҡорама “

 

Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе ул. Ҡорамаға тотонорға ҡасандыр етешһеҙ тормош, мохтажлыҡ мәжбүр итһә, бөгөн килеп был йола кәсебенә, йола байрамына әүерелеп киткән. Энә, еп һәм иҫке күлдәктәрҙең, яулыҡтарҙың, түшәк-ҡаралтыларҙың арыуыраҡ урындары, күлдәк тектереүҙән ҡалған ҡалдыҡ-боҫтоҡ туҡыма киҫәктәре ярҙамында үҙенсәлекле, милли колоритлы матурлыҡ тыуҙыра халҡыбыҙ.
Әбүбәкер ауылында үҫеп килеүсе быуынды милли рухта тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Ауыл мәҙәниәте йорто халҡыбыҙҙың төрлө йолаларына, байрамдарына, уйындарына арнап мауыҡтырғыс саралар, бәйгеләр үткәреп килә.
8 апрель көнө Әбүбәер мәҙәниәт йортонда “Ағинәй”ҙәр ” мәктәп балаларына ҡорама тегеү серҙәренә өйрәттеләр.