Абубакировский сельский
многофункциональный клуб
logo
Әбүбәкер күп функциялы
ауыл клубы
453809, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район с. Абубакирово, ул. З. Валиди, дом 1
e-mail: abubakir.smfk@mail.ru

«Айыҡ водителдәр парады”

Администрация Хайбуллинского района.

«Айыҡ ауыл – 2021» республика конкурсы һәм «Айыҡ водитель» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Әбүбәкерҙәр бөгөн «Айыҡ водителдәр парады» уҙғарҙы. Профилактик сара Әбүбәкер–Федоровка–Аҡъяр маршруты буйынса ойошторолдо. Сараның төп маҡсаты – иҫерек водителдәр ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү һәм аварияларҙы кәметеүгә йүнәлтелгән иҫкәртеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү. Маршрутҡа ингән ауылдарҙың барыһында ла ҡатнашыусылар туҡтап, һәйкәлдәргә сәскәләр һалды. «Айыҡ ауыл» республика конкурсында Әбүбәкерҙәр икенсе тапҡыр ҡатнаша. Былтыр улар район этабында еңеүсе булыуға өлгәшкәйне.