Абубакировский сельский
многофункциональный клуб
logo
Әбүбәкер күп функциялы
ауыл клубы
453809, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район с. Абубакирово, ул. З. Валиди, дом 1
e-mail: abubakir.smfk@mail.ru

ӘБҮБӘКЕРҘӘР ЯМҒЫР ТЕЛӘҮ ЙОЛАҺЫНА СЫҠТЫ

Беҙҙең Әбүбәкер ауылы тәбиғәттең гүзәл бер ерендә, Ташлы йылғаһы янында урынлашҡан. Ауылыбыҙҙа халҡыбыҙҙың бик күп йола- байрамдары, традициялары, ғөрөф-ғәҙәттәре һаҡланған. Уларҙың береһе – халҡыбыҙҙың борондан килгән “Ямғыр теләү йолаһы”ла бар.Кешеләр тәбиғәттең, һәр тәбиғәт күренешенең эйәһе һәм көсө булыуына ышанған, табынған.
Әле бөгөн дә 23 июнь беҙҙең ауылдаштарыбыҙ: инәй -олатайҙар, ҡатын -ҡыҙҙар, балалар Ташлы йылғаһы буйына сығып, “Ямғыр теләү” йолаһын башҡарҙы.
Ҡоролоҡ булғанға яланға сығып ямғыр теләү йолаһы үткәреп, ваҡ таштар йыйып алып төшөп, доға уҡып уларҙы һыуға һалдылар, ямғыр саҡырып аят уҡынылар.
Һыу буйындағыларҙың бөтөнөһө лә йылғанан һыу һибештеләр, күмәкләшеп һамаҡланылар.

مُريـعاً، نافِعـاً غَيْـرَ ضار، عاجِـلاًغَـيْرَ آجِل
Аллааһүммә, әсҡыйнәә ғәйҫән мүғыйҫән, мәри’ән, мәри’ән, нәәфиғән ғайра дааррин, ғәджилән ғайра әәджил.
Эй Аллаһ, беҙгә ҡотҡарыусы ямғыр яуҙыр, яҡшы, күп, файҙалы, ә зарарлы (зыянлы) түгел, тип өмөт менән ямғыр ғына көтөп ҡалабыҙ